Башҡортостанда махсус хәрби операция ветерандарына физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеләсәк


Киләһе йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәрен күрһәтеү буйынса социаль заказға өҫтәмә категория - инвалидлыҡ алған махсус хәрби операция ветерандарын индереү планлаштырылған. Был тәҡдим менән оператив кәңәшмә барышында Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов сыҡты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле 10 мең һумлыҡ сертификат менән ГТО нормативтарын тапшырған 60 йәштән өлкәнерәк граждандар һәм 6 йәштән 17 йәшкәсә балалар файҙалана. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йыл аҙағында Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылына йомғаҡ яһау мөһимлеген билдәләп үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йыл төбәк етәксеһе Указы менән махсус хәби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылы тип иғлан ителде.