Өфөләге 35-се белем биреү үҙәгендә теркәлгән осраҡҡа бәйле прокуратура тикшереү уҙғара


Янғын һүндереүселәр юғары ранг буйынса килгән, зыян күреүселәр юҡ. Өфөләге 35-се белем биреү үҙәгендә теркәлгән осраҡҡа бәйле прокуратура тикшереү уҙғара. Алдан мәғлүм булыуынса, мәғариф учреждениеһының 1-cе һәм 2-cе ҡаттары араһында электр үткәргес янып ирегән, ут сыҡмаған. Бинала булған 1300-гә яҡын уҡыусы һәм 70 хеҙмәткәр эвакуцияланған. Күҙәтеүсе органдар тикшереү барышында белем усағында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлешенә баһа бирәсәк.


Бөгөн штаттан тыш хәл булды. Төтөн сығанағы белем усағының иҫке бинаһында табылды. Шунда уҡ барлыҡ тейешле хеҙмәттәрҙе саҡырҙыҡ. Балаларҙы ваҡытында эвакуациялап, ата-әсәләренә тапшырҙыҡ. Иртәгә ғәҙәти режимда эшләй башлайбыҙ.

Юлия Белякова Өфөнөң 35-cе белем биреү үҙәге директоры