Республиканың тағы ла бер ауылында модулле табип амбулаторияһы асылды. Был юлы ул Өфөнөң Карпов ауылында файҙаланыуға тапшырылды. Яңы амбулаторияла ике меңләп кешегә, шул иҫәптән 200-ҙән ашыу балаға беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеләсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Айгөл Ғәниева Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағанға тиклем медицинаның төрлө тармаҡтарында тәжрибә туплап өлгөрә. Ғилми тикшеренеүҙәр ҙә алып бара. Йәшәгән ерҙән алыҫ түгел асылған табип амбулаторияһы киләсәккә тағы ла асығыраҡ маҡсаттар ҡуя.
Заманса табип амбулаторияһы беренсел медицина-санитар ярҙамы бурыстарын үтәй. Урында участка терапевтынан тыш, шәфҡәт туташы, фельдшер һәм аҙнаһына бер тапҡыр акушер-гинекологҡа ҡабул итеү ойошторолған. Киләсәктә штаттың артыуы көтөлә.
Әйткәндәй, ай башында Иглин районының Сыуаш-Ҡыбау ауылы ла модулле табип амбулаториялы булды. Медицина учреждениеһында прививка яһатырға, табипҡа күренергә, ҡан баҫымын үлсәтергә мөмкин. Йыл аҙағына Иглин районының тағы өс ауылында модулле медпункттар сафҡа инер тип күҙаллана.
Азат Ғәлиуллин