Күләмле төҙөлөш «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса алып барыла. Тулыһынса кәртәләнгән майҙансыҡта волейбол, футбол, баскетбол һәм спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн дә шарттар булдырылған. Объект Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Бөрйән районындағы филиалы студенттарына ла яңы мөмкинлектәр аса.
Һуңғы 5 йылда Башҡортостанда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы буйынса 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уларҙың 91 проценты - федераль ҡаҙна иҫәбенә. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа урындағы халыҡтың да ярҙамы ҙур.