Өс тиҫтә противогаз, радиация дозаһын үлсәүсе ҡоролма һәм башҡалар... Өфөлә йәшәүсе 17 йәшлек Ярослав Надтачаев шәхси һаҡланыу сараларын йыя. Әле уның коллекцияһында төрлө йылдарҙа ҡулланылған тын алыу органдарын һаҡлау саралары бар. Уларҙы үҫмер төрлө күргәҙмәләр буйлап алып йөрөй. Үҙенсәлекле коллекция менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
30 төр противогаздар араһында иң уңайлыһы ПМК-3, ти Ярослав. Ул еңел кейелә, уттан да һаҡлай. Шәхси һаҡланыу саралары коллекцияһында «Һалҡын һуғыш» йылдарынан алып әлеге заманда ҡулланылған противогаздарға тиклем бар. Тын алыу органдарын һаҡлау саралары сығарыу ваҡыты менән генә түгел, етештерелгән урыны менән дә айырыла. Советтар Союзы, Румыния, Финляндия, Чехословакия һәм башҡалары...
Тын алыу органдарын һаҡлау саралары әле булһа ла сафта. Уларҙың ҡаһы берҙәре менән үҫмер быйыл йәй Лермонтов руднигына ингән саҡта ҡуллана. Кавказдағы рудникта ул уран өлгөләрен тикшерә. Ярославтың шәхси коллекцияһында радиация дозаһын үлсәй торған ҡоролма ла бар.
Химия, атом физикаһы менән ҡыҙыҡһынған Ярослав астрономия менән дә шөғөлләнә. Бер йыл элек ҡул аҫтындағы ҡоролмаларҙан телескоп йыя. Ул 14-се йондоҙ дәүмәленә эйә, йәғни уның ярҙамында 25 мең яҡтылыҡ йылы алыҫлығындағы йондоҙлоҡтарҙы күрергә мөмкин.
Телескоп өсөн поезға айырым урын һатып алырға тура килә. Бер ай элек Ярослав үҙе уйлап тапҡан ҡоролма менән Мәскәүҙә үткән «Наука 0+» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашып, дипломант исеменә эйә була. Ярославтың мауығыуҙары күп яҡлы булыуына ата-әсәһе ҡаршы килмәй.
Противогаздар коллекцияһы тулы, мин теләгән барлыҡ экземпляр ҙа бар, ти Ярослав. Әле 11-се синыфта белем алған үҫмерҙе һөнәр, университет һайлау кеүек яуаплы осор көтә. Әммә һөнәри йүнәлешен күптән билдәләгән. Ул химик булмаҡсы.
Әлфинә Килдейәрова