Саҡмағош районы хакимиәте Өфөлә актив һәм талантлы яҡташтары менән осрашты


Осрашыуға студенттар менән йәш белгестәр ҡушылды. Түңәрәк өҫтәл эшендә сығышы менән Саҡмағош районынан булған билдәле кешеләр ҙә ҡатнашты. Уларҙың араһында коллегабыҙ, Яңылыҡтар хеҙмәте баш мөхәррире Альбина Хәйруллина менән блогер Рөстәм Нәбиев та бар ине. Муниципалитет етәксеһе Реканс Ямалеев райондың үҫеше, тормошҡа ашырылған инфраструктура һәм грант проекттары менән таныштырҙы. Шулай уҡ районға ниндәй белгестәр кәрәклеген һәм уларға ниндәй ярҙам саралары күрһәтелеүе тураһында һүҙ алып барылды. Студенттар шулай уҡ тыуған төйәктәрендә эшкә урынлашыуға ҡағылышлы һорауҙарын бирҙе.