Өфөлә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар телевизион конкурсының Гала-концерты уҙҙы


Быйыл сара 4-се тапҡыр ойошторола. Музыкаль бәйгегә йәмғеһе 111 заявка ҡабул ителгән, финалға тик 12 кеше генә үткән. Конкурста төрлө номинацияла 8 йәштән 14 йәшкә тиклем йәш музыканттар ҡатнашҡан. Улар фортепиано, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ инструменттарында уйнауҙа көс һынашҡан.

Финалға сығыусыларға Башҡортостандың Дәүләт академия симфоник оркестры оҙатыуында уйнау мөмкинлеге бирелде. Сара программаһы өсөн яңы музыкаль әҫәрҙәр һәм классик башҡорт көйөнөң оркестровкаһы яҙылған.