Консультациялар Өфөләге 28-се коррекция мәктәп-интернаты нигеҙендә үтә. Һуҡыр һәм насар күреүсе балалар донъяны башҡаса өйрәнә, ти белгестәр. Шуға күрә ресурс үҙәге тирә-яҡты танып-белеү өсөн төрлө ҡорамалдар, уйынсыҡтар, махсус китаптар һәм методик әсбаптар менән йыһазландырылған. Логопед, психолог һәм дефектолог консультацияһын алырға мөмкин. Ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәр ғаиләгә диагностика үткәрелә, бер ай дауамында дәрестәр үткәрелә. Бынан тыш, онлайн шөғөлләнергә лә була.
Әле республиканың коррекция мәктәптәрендә 500-гә яҡын насар күреүсе малай-ҡыҙ белем ала, тағы 10 бала өйҙә уҡытыла. «Ҡараш» ресурс үҙәге уларҙың һәр береһенә уҡытыу йәһәтенән ярҙам күрһәтергә әҙер.