Ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар отряды махсус хәрби операция биләмәһенән әйләнеп ҡайтты

Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко хәбәр итеүенсә, улар ике аҙна эшләне. Барыһы ла иҫән-һау. - Госпиталдә дауаланған һалдаттарға ярҙам итергә барған бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға рәхмәт, - тип яҙа ул социаль селтәрҙә. Әле отрядтың яңы составы туплана. Яралы һалдаттарға  ярҙам күрһәтеүсе ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар отряды Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылды.