Башҡортостанда автомутлашыусыларҙы тотҡандар

"Башинформ" хәбәр итеүенсә, енәйәтселәр төркөмө ике йыл эсендә страховка компанияларына бер нисә миллион һумлыҡ зыян килтергән. Улар авариялар ойоштороу менән шөғөлләнгән. Страховка компанияларына документтар тапшырып аҡса талап иткәндәр. Мутлашыусылар төркөмөн ойоштороусы 9 йылға иркенән мәхрүм ителгән.  Башҡа  ҡатнашыусылар 3-4 йыл ғүмерен төрмәлә уҙғарасаҡ. Шулай уҡ улар килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш була.