Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары яңы стратегия буйынса үҫешә

Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы документ проектын әҙерләгән. Бында иҡтисадты бер нисә  йүнәлеш буйынса үҫтереү мөмкинлеге ҡарала. Инвестиция өсөн инфраструктура булдырыу, урман сәнәғәт күтәреү, аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү предприятиеларын булдырыу, төҙөлөш материалдарын етештереүҙе арттырыу тәҡдим ителә. Яңы стратегик документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнә.