Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән

Яңы - ул күптән онотолған иҫке. Шишмә районы фермеры бесән һаҡлауҙа элекке ысулдарға мөрәжәғәт иткән. Уны тығыҙлап төрөү урынына ул эҫкертте күпкә уңайлыраҡ тип тапҡан. Дамир Иҙиәтуллин - районда иң ҙур ферма хужалығы етәксеһе. Был бизнеста 30 йылдан ашыу. Эшҡыурҙың пландары менән Рәзилә Ғилметдинова ҡыҙыҡһынды.

Яҡшы һаҡланыу - бесәнде эҫкерткә һалыуҙың төп өҫтөнлөктәренең береһе. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү өсөн эшҡыуар махсус техника ла һатып алған. Ул үләнде ваҡламай, иң һутлы сәскә һәм япраҡтарын өҙмәй ҡалдыра. Төргәктә, фермер фекеренсә, бесән һынып, ҡойолоп бөтә, тимәк, сифатын юғалта.

Шпагаттың һыйыр һаулығы өсөн зарарлығы тураһында әйтәһе лә түгел. Шул йәһәттән дә эҫкерт уңайлыраҡ. Бынан тыш, баҫылған бесәнде мотлаҡ ябыҡ урында һаҡларға кәрәк. Яуым-төшөмдәргә ул сыҙамай, серей. Ә эҫкерттә юғалтыуҙар аҙ.

Сағыштырып әйткәндә, эҫкерт арзан да, сифатлы ла. Уны йыйып-өйөү ҙә күп ваҡыт талап итмәй. Шуға ла Дамир Иҙиәтуллин иҫке ысулға өҫтөнлөк биргән. Тармаҡта күп йыллыҡ тәжрибәһе ауыл хужалығының бөтә нескәлектәренә тиерлек төшөндөргән. Заман үҙгәрештәренә яраҡлаша белгәнгә лә, хужалығы бөгөнгәсә йәшәй һәм үҫеш юлында. Өҫтәүенә ул етәкләгән фермер хужалығы районда иң ҙурҙарҙан һанала.

Файҙалы, төрлөләндерелгән аҙыҡ арҡаһында ферма үгеҙҙәренең ауырлығы 1 тоннаға тиклем етә. Аберди́н-ангус тоҡомло малдарҙы эшҡыуар районда тәүгеләрҙән булып һатып алған. "Тәүге" исеменә лайыҡ булыу Дамир Иҙиәтуллин өсөн ғәҙәти. Киләсәктә ул уңдырышлылыҡ күләмен арттырырға, хужалығында агротуризмды үҫтерергә ниәтләй.

Рәзилә Ғилметдинова