Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә республика делегацияһы «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумында ҡатнаша. Республика стенды эргәһендә транспорт ведомстволары һәм юл ойошмалары етәкселәре менән эшлекле осрашыуҙар үтә, мөһим килешеүҙәр төҙөлә. Транспорт тармағында яңы проекттарға нигеҙ һалған форумда Башҡортостан стенды презентацияһы ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Эшлекле һөйләшеүҙәр, яңы килешеүҙәр, ҡыйыу маҡсаттар. «Рәсәй транспорты» халыҡ-ара форумы дүрт меңгә яҡын кешене берләштереп яңы проекттарға нигеҙ һалды. Транспорт форумы сиктәрендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ВТБ банкы етәксеһе Андрей Костин менән осрашты. Радий Хәбиров дәүләт-шәхси хеҙмәттәшлек нигеҙендә Өфөлә «Көнсығыш сығыш юлын» төҙөүҙә үҙ өлөшөн индергән ВТБ ойошмаһына хеҙмәттәшлекте артабан дауам итеп Интернациональ урамында автомобиль күперен һәм Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусының икенсе сиратын төҙөүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте.
Революция урамы эргәһендәге күпер төҙөлөшө ҡеүәтле инвесторға йөкмәтелә. «Инфратех Концессии» йәмғиәте менән осрашыуҙа Ағиҙелдең һул яҡ ярын Нижегородка биҫтәһе менән тоташтырыу мәсьәләһе ҡаралды. Транспорт проекты был участкала машиналар ағымын көйләп тығындарҙы кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостанда Дүртөйлө - Әшит федераль трассаһы участкаһын 2025 йылдың йәйендә сафҡа индереү планлаштырыла. Был турала «Автодор» дәүләт компанияһы идараһы рәйесе Вячеслав Петушенко хәбәр итте. Юл М-12 трассаһының Екатеринбургҡа тиклем дауамы һәм Санкт-Петербургтан Владивостокка тиклем юғары тиҙлекле транспорт маршрутының бер өлөшө буласаҡ. 275 саҡрым тәшкил иткән трассаның 140 километры Башҡортостан аша үтә.
Башҡортостандан быйыл башҡа төбәктәргә тура авиарейстар ҙа артты. «Азимут» авиакомпанияһы Өфөнән Сәмәрҡәнд, Кемеров, Тбилиси ҡалаларына рейстар асты. Форумда Авиакомпания Башҡортостан менән артабан хеҙмәттәшлекте үҫтереп, пассажирҙар ағымын 180 меңгә тиклем еткереп, яңы йүнәлештәргә рейстар ойоштороу тәҡдимен еткерҙе.
Флорида Ким