Өфөлә «Пруфы» баҫмаһына 200 мең һум штраф һалынды


Бөгөн баш ҡаланың Совет районы судында ошондай ҡарар сығарылды. Шулай итеп, был киң мәғлүмәт сараһы ҡараған «Ирекле медиа» автономиялы коммерция булмаған ойошмаға ҡарата алдараҡ йәмғиәт именлегенә хәүеф тыуҙырыусы хәбәрҙәр аҫтында, дөрөҫ булмаған ижтимағи әһәмиәтле мәғлүмәт таратҡаны өсөн административ протокол төҙөлгән. Был ҡарар быйыл 7 июлдә Рәмил Рәхмәтов авторлығындағы мәҡәләне селтәр баҫмаһы сайтында баҫтырыу факты буйынса ҡабул ителә. Совет районы судында ошо уҡ киң мәғлүмәт сараһы баш мөхәрриренә ҡарата административ эш ҡаралырға тейеш була, әммә ғәйепләнеүсенең килмәүе сәбәпле, эште ҡарау 10 декабргә күсерелә.