Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар йөк барып етте

Яугирҙарға тәғәйенләнгән ылауҙы Ыҫлаҡ ауыл биләмәһе оҙатып барған, тип хәбәр социаль селтәрҙә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин. Уны туплауға район халҡы әүҙем ҡушылған, урындағы предприятиелар, эшҡыуарҙар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Ылауға төҙөлөш материалдары, медицина препараттары, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек тейәлгән.