Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Күләмле форум баш ҡалала Көрәш һарайы майҙанында 26-27 ноябрҙә үтәсәк. “Рәсәй -Ҡаҙағстан” форумы ике илдең иҡтисади, сәйәси һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында 20 йыл дауамында даими үткәрелеп килә. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу форумында тиҫтәләгән эшлекле килешеүҙәр төҙөләсәк. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа ҡаралған.