Рәсәйҙә Хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ветерандары көнө билдәләнә


Бөгөн - Хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ветерандары көнө. 2023 йылдан рәсми рәүештә билдәләнгән дата хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәренең Росгвардия, милиция, полиция һәм эске ғәскәрҙәре кеүек төрлө тармаҡтары ветерандарын берләштерә. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә үткән байрам сараһында йәш быуында илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индергән бер төркөм ветерандарға иҫтәлекле миҙалдар, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ генерал-лейтенант Артур Әхмәтханов исемендәге премияның быйылғы лауреаттары билдәләнде. Тантаналы ултырышта хоҡуҡ тәртибе ғәскәрҙәре ветерандарының йәштәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе, махсус хәрби операция яугирҙарына күрһәткән ярҙамы айырым билдәләнде.