Ишембай районы мәктәптәрендә махсус хәрби операция яугирҙарына арналған картиналар күргәҙмәһе үтте


Ватан һағында торған геройҙарҙы онотмау. Ошондай лозунг менән Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәбендә һәм Кинйәбулат ауылында картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Проекттың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү. Изге эшкә Ишембай ҡалаһы картиналар галереяһы рәссамдары ла ҡушылды.


Махсус хәрби операция яугирҙарына арналған күргәҙмәнең 19-сы мәктәптә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Сөнки картиналарҙың береһендә һүрәтләнгән яугир ошо мәктәпте тамамлаған.

Рафаэль Ҡадиров, Ишембай картиналар галереяһы директоры

Картиналар күргәҙмәһенән тыш, 19-сы мәктәптә «Ишембай ирекмәндәре»инициативалы төркөмө менән осрашыу уҙғарылды. Ирекмәндәр уҡыусыларҙы үҙҙәренең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы, башҡаларға ярҙамға ашыҡҡан кешеләрҙең төп сифаттары тураһында бәйән итте.