Башҡортостан предприятиелары «Мебель-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша


Башҡортостандың биш предприятиеһы Мәскәүҙә 35-се «Мебель, фурнитура һәм тышлау материалдары» - «Мебель-2024» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.

«Мебель-2024» Рәсәйҙең һәм Көнсығыш Европаның мебель индустрияһындағы яңылыҡтары менән таныштырған төп майҙансыҡ булып тора», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Быйыл күргәҙмәлә донъяның 9 иленән 950-нән ашыу компания һәм Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәре ҡатнаша. Башҡортостандан «Метта» һәм «МЕБЕЛЬБАЙ», Туймазының «Корона» компаниялары, Нефтекаманың «Полимер композиттар» ғилми-етештереү берекмәһе һәм Октябрьскийҙың «Альтернатива» заводы. «Хәтерегеҙгә төшөрәм, беҙ илдә тәүгеләрҙән булып мебель кластеры булдырҙыҡ. Унда ҡатнашыусылар матрастар, карауаттар, корпуслы һәм йомшаҡ мебель, фурнитура һәм башҡа әйберҙәр эшләй. Башҡортостанда үҫеш өсөн яңы компетенциялар һәм яңы перспективалар барлыҡҡа килә», - тип белдергән Радий Хәбиров.