Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы


Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы. Был турала ул Федерация Советы ултырышында сафҡа индерелгән шәхси торлаҡты теркәү мәсьәләһен тикшергәндә белдерҙе.

Һуңғы биш йылда республикала 9 миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. 2021 йылда льготалы ипотека программаһына шәхси торлаҡ төҙөлөшө лә индерелгән, ә быйыл июлдә торлаҡ йорттарҙы эскроу иҫәптәрен файҙаланып төҙөү тураһындағы закон ҡабул ителгән. Эксперттар фекеренсә, һөҙөмтәлә торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү мөмкинлеге киңәйгән һәм күрелгән саралар киләсәктә лә ҡала ситендәге күсемһеҙ милеккә һорауҙың юғары булыуын тәьмин итәсәк.