Ап-аҡ эре хәрефтәр менән «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға дан»тигән һүҙҙәр яҙылған арт-обьект Еңеү паркында асылды. Тантаналы митингта муниципалитет етәкселеге, шайморатов кластары уҡыусылары һәм үҙҙәренең ғаиләләре менән бергә яугирҙар ҡатнашты. Илһөйәрлек сараһына килеүселәр Ватан һаҡсыларын хөрмәтләп иҫкә алды.