Сарала күреү һәләтенән мәхрүм булған һәм насар күргән граждандар мәҙәни проекттары менән сығыш яһап конкурстарҙа ҡатнашты. Брайль шрифты менән файҙаланып призлы урындар яулаусылар конкурс һөҙөмтәләре буйынса бүләкләнде. Башҡортостанда 6 меңгә яҡын кеше насар күреүселәр исемлегендә. Республикала улар өсөн байрамдар, мәҙәни саралар даими уҙғарыла. «Брайльфест» фестивале Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙмында тормошҡа ашырылды.