Өфөнөң 35-се мәғариф үҙәгендә Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған сара үтте


Осрашыуҙа бөйөк әҙиптең ҡыҙы, уның исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул атаһы тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Әлфиә Мостай ҡыҙы мәктәпкә шағирҙың проза әҫәрҙәре тупланған китаптарын, шулай уҡ балалар өсөн башҡорт һәм рус телдәрендә «Әлфиә хикәйәләре» йыйынтығын бүләк итте. Һуңынан уҡыусылар тарафынан әҙиптең шиғырҙары яңғыраны.