«Инвестиция сәғәте»ндә төбәк сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды

Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда төбәк сәнәғәтендә һәм ауыл хужалығында яңы башланғыстар ҡаралды. Октябрьскийҙа тимер-бетон изделиелар етештереү буйынса цех төҙөү проекты менән «СпецБетон+» компанияһы етәксеһе Вячеслав Масленников таныштырҙы. Был башланғысты тормошҡа ашырыуға 60 миллион һум йүнәлтеләсәк. Яңы производство төҙөлөш компанияларының бетон һәм тимер-бетон изделиеларға ихтыяжын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ 15 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Төбәктең инвестиция комитеты тәҡдим ителгән проектты хупланы һәм уға һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус бирҙе.

«Баҡалы ҡошсолоҡ фабрикаһы» компанияһы етәксеһе Алмаз Сәхипгәрәев Баҡалы районында ҡошсолоҡ комплексын төҙөү проектын тәҡдим итте. Инициатива тәүлегенә 100 мең йомортҡа етешетереү ҡеүәтенә эйә булған ғәмәлдәге производствоны үҫтереү сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Инвестор 630 миллион һум аҡса һалырға һәм майҙансыҡта дүрт ҡошсолоҡ, шулай уҡ ҡатнаш аҙыҡ заводы төҙөргә ниәтләй. Яңы объекттар сафҡа индерелгәндән һуң предприятиела 20 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ярҙам саралары сифатында проект һалым льготалары менән өҫтөнлөклө статус ала.