Ҡатмарлы хеҙмәт һәм оло бәхет. Республика башлығы Радий Хәбиров бөгөн республика ҡатын-ҡыҙҙарын Әсә көнө менән ҡотланы. «Башҡортостан» концерт залында үткән тантанала ишле, етем, физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгән, ҡаһарман улдар үҫтергән ата-әсәләр саҡырылды. Байрамдан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Тантанала төрлө һөнәр, милләт, быуын вәкилдәре. Әммә уларҙың бөтәһен дә Әсә тигән бөйөк исем бәйләй. Тәү ҡарамаҡҡа нәзәҡәтле, нескә генә ҡатын-ҡыҙҙар илдең киләсәген, ҡалҡанын тәрбиәләй. Тап улар бала күңеленә илһөйәрлек, телһөйәрлек, изгелек, ҡаһарманлыҡ орлоҡтары һала.
Илебеҙ һағына баҫҡан батыр улдар тәрбиәләгән әсәләр байрамдың геройҙары. Уларҙың халыҡҡа әйтерлек һүҙҙәре лә, теләктәре лә етерлек. Йылайыр районынан Зифа Буранғолова 5 бала үҫтергән, өлкән улы махсус хәрби операцияла һәләк булған. Илгә хәүеф янағанда өйҙә ята алмайым тип ҡулына ҡорал алды, ти Зифа ханым.
Башҡортостанда 60 меңгә яҡын ишле ғаилә иҫәпләнә, Башҡортостан был күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында беренсе, илдә етенсе урынды биләй. республикала күп бала тәрбиәләгәндәргә ярҙам саралары ҡаралған. Әсәләр көнөнә арналған байрамда ишле сабый үҫтергәндәргә, тәрбиәгә бала алғандарға дәүләт наградалары тапшырылды. Тантанала юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙың ата-әсәләре лә бүләкләнде. Мәҫәлән, Зөлхиҙә Харисова улының еңеүҙәре өсөн «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына лайыҡ булды.
Әсә булыу ҡатмарлы хеҙмәт һәм оло бәхет, тине Республика башлығы. Һәм был бурысты һөйөү һәм яуаплылыҡ менән башҡарғандар лайыҡлы баһаһын да ала. Ул-оло ғорурлыҡ тойғоһо.
Рәмзиә Кәримова