Тәүгеләрҙән булып ябыҡ премьераны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡараны. Режиссер Айнур Асҡаров етәкселегендә төшөрөлгән кинотаҫма баш ҡаланың 450 йыллыҡ тарихы юбилейына бағышланған. Комедия , мелодрама жанрында төшөрөлгән фильмда республика һәм Мәскәү актерҙары уйнаны . Кинотаҫмаға Азат Йыһаншин , Артур Ҡунаҡбаев, Рушанна Бабич, Полина Шабаева, Сәғиҙулла Байегет, Николай Рихтер һәм башҡа сәхнә оҫталары йәлеп ителде. Баш ҡалаға һөйөү һәм хөрмәт менән төшөрөлгән фильм Өфө тураһында һөйләгән 8 новелланы берләштерә. Һларҙың һәр береһен айырым режиссер төшөргән .Башҡортостан башлығы фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған фильмдың дөйөм премьераһы февралдә үтәсәк тип көтөлә.