Сарала билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, медиа һәм ижад өлкәһендәге шәхестәр эксперт ролендә сығыш яһап, китаптың әһәмиәте һәм уның йәмәғәтселеккә йоғонтоһо тураһындағы фекерҙәре менән уртаҡлаша. Сараны Рәми Ҡрипов исемендәге башҡорт республика гимназияһы директоры Илнур Сәлихов лекция менән асты. Ул китаптың үҫеп килеүсе быуынға йоғонтоһо хаҡында һөйләне. Сығыш яһаусылар араһында: башҡорт рэп-башҡарыусыһы МС Баш, «Бишбармаҡ» оркестры, яҙыусы Нелли Мартова, телевидение алып барыусыһы Флүрә Мурзина һәм блогер Ирдан да бар.