Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшөнә федераль кимәлдә баһа бирелде

Ил хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин күптән түгел Өфөлә булыуы тураһында  белдерҙе. Өфөлә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бөтә шарттар бар. Кешеләргә йорттар төҙөргә булышлыҡ итергә кәрәк, юлдар, социаль объекттар, инженер инфраструктураһы төҙөлөргә тейеш, - тине ул. Башҡортостанда быйыл 3 миллион 400 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү планлаштырыла. Киләһе йылда күрһәткестәр бер аҙ түбәнәйеүе мөмкин. Был ипотека баҙарындағы шарттар менән бәйле.