Өфөлә транспорт инфраструктураһы үҫешә

Ҡалала 2042 йылға тиклем иҫәпләнгән стратегик программа ҡабул ителде. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн 285 миллиард һум тотонолорға тейеш. Программаға ярашлы, юл-урамдар төҙөкләндерелә, 243 километрҙа эштәр планлаштырыла. Шулай уҡ алдағы 18 йыл эсендә ҡала транспортының 60 процентын яңыртыу маҡсаты ҡуйыла. Стратегияны бойомға ашырыу финанс федераль, республика һәм ҡала ҡаҙналарынан бүленә.