Башҡортостанда зубрҙар һуҡмағынан үтергә мөмкин

"Мораҙым тарлауығы" тәбиғәт паркында экскурсия маршруты асылды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Оло Эйек  йылғаһы аша йәйәүлеләр өсөн күперҙәр һалынған. Зубрҙар урынлашҡан биләмәгә барып етеп,  уларҙы күрергә була. Башҡортостанға  был хайуандар Радий Хәбиров башланғысы менән  уҙған йылдың майында Белоруссиянан килтерелде.