Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә

3 декабрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш уҙа. Уны “Юлдаш” радиоһында тыңларға була. БСТ, “Рәсәй 24”, “Башҡортостан 24”,”UTV”,“Вся Уфа” һәм “Сәләм” телеканалдары,  “Бәйләнештә” һәм “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә  трансляция ойошторола. Һорауҙарҙы  “Республика башлығы менән тура бәйләнеш” телеграм-ботына, Дәүләт хеҙмәттәре порталында кире бәйләнеш платформаһына һәм Башҡортостан Башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлеккә ебәрергә була. Видеомөрәжәғәттәр 2 декабрҙең  19 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.