Балалар бүлеге тулыһынса яңыртылды, уйын бүлмәһе барлыҡҡа килде, яңы заманса ҡорамалдар урынлаштырылды. Өфөнөң медицина учреждениеларын заманға яраҡлаштырыу программаһына 118 объект инде. 2030 йылға тиклем 25 республика дауаханаһы, өлкәндәр һәм балалар, стоматология поликлиникалары яңыртыла.