Өфөлә Яңы йыл фестивале уҙғарыла

Төп маҡсат - халыҡ йолалалары һаҡлап ҡалыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, ғаилә ялын ойоштороу, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Бер нисә конкурс уҙғарыла. Иң матур боҙ ҡаласыҡтары асыҡлана, боҙ скульпторҙары араһында ярыш ойошторола. Шулай уҡ Ҡыш Бабайҙар конкурсы уҙғарыла, район шыршыларын асыу сараларына баһа бирелә.