Октябрьский ҡалаһында тимер-бетон ҡоролмалар етештереү цехын асыу планлаштырыла. Бының өсөн 60 миллион һум тотоноу ҡарала. 15 эш урыны асылырға тейеш. Тағы бер тәҡдим буйынса Баҡалы районында ҡошсолоҡ комплексы төҙөлә. Инвестор 630 миллион һум йүнәлтергә әҙер. 500 мең ҡош-ҡорт аҫрау, көнөнә 500 мең йомортҡа алыу мөмкинлеге була. Республика инвестиция комитеты проекттарҙы хупланы, улар өҫтөнлөклө статус алды, ғәмәлгә ашырыуҙа һалым ташламалары буласаҡ.