Бөгөнгә 705 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәртелгән. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 2 миллион 600 мең тоннанан ашыу татлы тамыр йыйып алынды. Уңыш Шишмә һәм Раевкалағы ике заводта эшкәртелә. Сөгөлдөр ҡалдыҡтарынан - жом мал аҙығы итеп ҡулланыла. Ул экспортҡа ла оҙатыла.