Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында техник көкөрт етештереү ҡоролмаһы эшләй башланы. Был республикабыҙҙың флагман инвестиция проекттарының береһе. Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыныса, яңы производство тәрән эшкәртеүҙе һәм яңы продукция сығарыуҙы күҙ уңында тота. Шуныһы мөһим, ҡоролманы эшләтеп ебәреү - атмосфераға зарарлы ташландыҡтарҙы кәметеү тураһында дүрт яҡлы килешеү сиктәрендә ҙур эш этаптарының береһе. Яңы производство һауаның бысраныуын һиҙелерлек кәметергә мөмкинлек бирә тип яҙған Башҡортостан башлығы.