Ғәҙәттән тыш Инорс биҫтәһенең Георгий Мушников урамында теркәлгән. Тәүҙә йорт ихтатаһында торған «Ниссан Мурано» яна, ә һуңынан ялҡын телдәре Чанганға күсә. Тиҙ арала килгән янғын һүндереүселәр утты һүндерә, әммә автомобилдәр етди зыян күрә. Бер аҙҙан интернетта йорттоң камераһы төшөргән видеояҙма барлыҡҡа килә, унда кәнистр тотҡан билдәһеҙ ирҙең автомобилдәр янына килеүе, шыйыҡса түгеп ут төртөүе күренә. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары осраҡ буйынса тикшереү башлаған.