МХО биләмәһендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тыныс тормошта ла ысын геройҙар булып ҡала


Кисәге яугирҙар бөгөн тыныс тормошҡа яраҡлаша. Махсус хәрби операция биләмәһендә контракт буйынса хеҙмәт итеп ҡайтҡан яҡташтарыбыҙ тыныс тормошта ла ысын геройҙар булып ҡала. Улар әүҙем йәмәғәт тормошон алып бара, алғы һыҙыҡтағы һалдаттарға ярҙам итә, белем алып, карьера төҙөй. Шуларҙың береһе - Саҡмағош районынан Руслан Латипов менән Денис Шәрифуллин. Демобилизацияланған яугирҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Яу яланында барыһын да бер маҡсат берләштерә - илгә тыныслыҡ ҡайтарыу, ти Руслан Латипов. Махсус хәрби операция ветераны хәҙер Саҡмағош районы хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге һәм граждандар оборонаһы буйынса бүлек етәксеһе вазифаһында. Илһөйәрлек тойғоһо бала саҡтан һалына, тигән фекерҙә ул.

Эске эштәр министрлығы мәктәбен тамамлағандан һуң, Руслан Әнәс улы 23 йыл ғүмерен яратҡан эшенә - полиция хеҙмәтенә бағышлай. Пенсияға сыҡҡас, нефть өлкәһендә эшен башлай. Махсус хәрби операция башланыу менән отставкалағы подполковник контракт төҙөргә ҡарар итә. 2022 йылдың октябрендә Краснодар крайының ирекмән отрядтарының береһе менән фронтҡа юллана. Руслан Латипов Артемовск ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкәнгән.

Руслан Латипов ил алдында бурысын үтәп, «Геройҙар ваҡыты» программаһы буйынса уҡып та өлгөрә. Юғары белемле булыу хыялын Денис Шәрифуллин дә тормошҡа ашыра. Кисәге яугир Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты. Блиндаж һәм окоптарҙан һуң йәнә парта артына ултырыу ауыр кеүек тойолһа ла, сессияларын уңышлы тапшырып икенсе курста уҡыуын дауам итә.

Ярҙамды Денис Венер улы үҙе лә күрһәтә. Бар ваҡытын гуманитар ылау туплау, алғы һыҙыҡҡа алып барыласаҡ техниканы ремонтлауға бағышлай. Әлеге ваҡытта ул Саҡмағош районынан киткән 9 гуманитар ылауҙы оҙатып барған, Донбассҡа киләһе сәфәр декабргә тәғәйенләнгән.

Ватан яҙмышы балаларҙың бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле, ти махсус хәрби операция ветерандары. Улар районда үткән илһөйәрлек сараларынан ҡалмаҫҡа, мәктәп уҡыусылары менән дә осрашып торорға тырыша. Руслан Латипов менән Денис Шәрифуллин йәшәйештең асылы - тормош дауам итә, тигән һүҙҙәрҙе үҙ миҫалында раҫлай.

Әлфинә Килдейәрова