Башҡортостан башлығы эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды


Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Салауат ҡалаһында булды. Төбәк етәксеһе «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышып, предприятиела көкөрт эшкәртеү буйынса яңы цех асыуҙа ҡатнашты. Бынан тыш Радий Хәбиров төҙөкләндерелгәндән һуң асылған модулле китапхана эшмәкәрлеге, «Батыр» аллеяһы торошо менән танышты. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Зарарһыҙ сәнәғәт һәм иҡтисадҡа ярҙам. «Газпром нефтехим Салауат» предприятиеһында көкөрт эшкәртеү буйынса яңы цехҡа старт бирелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров нефть сәнәғәте һәм нефть химияһы тармағында Рәсәйҙә билдәле предприятие хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп производство майҙандары менән танышты. Ҡеүәтле комплекста 150 төр нефть продукцияһы етештерелә. Улар иҫәбендә автомобилдәр өсөн бензин, дизель яғыулығы, бутил спирты, пластификатор, полиэтилен, полистирол, аммиак, карбамид һәм башҡа тауарҙар.

15 меңгә яҡын кеше эшләгән ҙур предприятиела Салауат ҡалаһы өсөн байтаҡ социаль программалар тормошҡа ашырыла. Балалар һәм өлкәндәр өсөн уҡыу, һауыҡтырыу, спорт объекттарын төҙөкләнлендереү өсөн ойошма тарафынан ҙур суммалар бүленә. Предприятиела ойошторолған ведомство-ара комиссия ултырышында 2025 йылда республикала газификация программаһын киңәйтеү, артабан инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу һорауҙары иғтибар үҙәгендә булды. 2021-2025 йылдарға иҫәпләнгән программаға ярашлы республиканы зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү 85 процентҡа үтелгән.

Салауат ҡалаһына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндерелгән модулле китапхана эшмәкәрлеге менән танышты .»Мәҙәниәт» милли проекты буйынса китапханала капиталь ремонт ойошторолған. Яңы дизайн буйынса бында балалар өсөн ял һәм уҡыу майҙансығы йыһазландырылған, тарихи-мәҙәни саралар залы асылған, коворкинг бүлеге ойошторолған.

Иҫке китаптар урынына бында яңы китап фонды. Фотикуляр, еҫле китаптар, 3D фәнни-популяр энциклопедиялар, Брайль шрифты менән документтар уҡыусылар араһында ҡыҙыҡһыныу уята. Кәштәләрҙә донъя әҙәбиәтенең иң яҡшы классик өлгөләре, ватан тарихы, республика әҙәбиәте, шәхси үҫеш китаптары урын алған.

Салауатта «Уңайлы ҡала мөхите» проекты буйынса «Батыр» аллеяһы урындағы халыҡ теләктәрен иҫәпкә алып төҙөкләндерелгән. Ҡала үҙәгендәге майҙанды тәртипкә килтереү өсөн бюджеттан 65 миллион һум аҡса бүленгән. Был суммаға эскәмйәләр, тротуар яңыртылған , биләмәне йәшелләндереү ҡаралған .

Төҙөкләндереүҙең маҡсаты - урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн заманса ял майҙаны ойоштороу. Реконструкцияны урындағы халыҡ оло ҡыуаныс менән ҡабул иткән.

Батыр аллеяһының төп символы - Салауат Юлаев бюсы ла реставрацияланған. Милли герой исемен йөрөткән ҡала үҙәгендә аллеяға яңы һулыш өрөлгәндәй булды ти Салауатта йәшәүселәр. Яңыртылған аллея урындағы халыҡтың яратҡан ял урындарының береһе булыр тигән ышаныс тыуа.

Флорида Ким