«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында бөгөн дүрт тиҫтәнән ашыу ярҙам саралары тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡарата күрелгән хәстәрлек менән төбәк ойошмаһы илдә алдынғылыҡ биләй. Шунлыҡтан, киләһе йыл Бөтә Рәсәй семинарын Өфөлә уҙғарыу ҡарар ителгән. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы бөгөн беренсе тапҡыр социаль координаторҙары республика район һәм ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары менән бергә йыйҙы. Был юлы осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашлығында үтте.
Бөгөн республика район-ҡалаларында йәмғеһе 97 социаль координатор, ҡайһы бер төбәктәрҙә икешәр хеҙмәткәр эшләй. Һәр белгес Өфөләге фонд филиалы менән тығыҙ бәйләнештә ҡала. Шунлыҡтан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарының һорауҙары яуапһыҙ ҡалмай. Республикала ҡаралған ярҙам саралары мөмкин тиклем еткерелә. Киләһе йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операция яугирҙары йылы тип иғлан ителеүе лә эште тағы ла яйға һалыр тип көтөлә.