Сара һәр йылдағыса Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Унда республиканың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарынан 30 пар студент һәм 21 пар уҡытыусы ҡатнашты. Йәштәрҙең рухи ҡиммәтәрен үҫтереүсе сара быйыл 8-се тапҡыр үткәрелде. Бал ғаилә йылына арналды. Ғәҙәттәгесә, байрамды Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка һәм хореография кафедраһы ойошторҙо.
Ҡатнашыусылар 19-20-се быуаттарҙың бал мәҙәниәтенең тылсымлы атмосфераһына сумды. Программаға балда популяр булған вальс, полонез, галопад бейеүҙәре инде. Колонналар залында шулай уҡ рус бал мәҙәниәтиенә арналған фотозона эшләне, төрлө конкурстар уҙғарылды. Балдың төп идеяһы - донъяның классик музыкаль һәм художестволы мәҙәниәте нигеҙендә студенттарҙың юғары әхлаҡи ҡиммәттәрен тәрбиәләү. Байрам йола буйынса иң яҡшы парҙы - балдың Короле һәм Королеваһы билдәләнеү менән тамамланды. Һәр тамашасы ошо матур сараның ҡатнашыусыһы булып, онотолмаҫ тәьҫораттар алды.