Шаран районы Салмалы ауылы мәктәбендә «Йыл кәңәшсеһе» республика конкурсының муниципаль этабы үтә

Конкурстың маҡсаты - Башҡортостанда «Баласаҡ навигаторҙары» проектының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү буйынса директорҙарҙың әүҙем кәңәшселәрен асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү. «Баласаҡ навигаторҙары» проектында 2 йыл эшләгән 11 директорҙың 6 кәңәшсеһе үҙҙәренең һөнәри оҫталығының төрлө яҡтар күрһәтергә тейеш. Тәүге этапта видео форматында визитка һәм «Мин һәм минең командам» темаһына үҙеңде күрһәтеү, икесе этапта быйылғы уҡыу йылында мәғариф ойошмаһында тәрбиә мөхитен үҫтереү концепцияһы» тәрбиә буйынса ҡыҙыҡлы практикалар һәм саралар уҙғарыу ҡаралған.