Өфөнөң Әғзәм Фәйзуллин исемендәге 39-сы гимназияһында махсус хәрби операцияла һәләк булған Руслан Поповҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Руслдан Попов белем усағын 2010 йылда тамамлай. Педагогтар уны тырыш, ярҙамсыл, ғәҙел уҡыусы булараҡ хәтерләй. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яулай, спорт ярыштарында, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
Гимназиянан һуң юғары уҡыу йортонда юрист һөнәрен үҙләштерә. Рәсәй Ҡораллы көстәре сафында хеҙмәт иткәндән һуң үҙен хәрби хеҙмәткә бағышларға хәл итә. Руслан Попов ҡаһарман, ҡыйыу йөрәкле яугир була. Сүриәләге хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша, 2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана, полк командиры була. Яу ҡырындағы батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов ордендары менән бүләкләнә. Руслан Поповтың ғүмере 2023 йылда Луганск халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә өҙөлә. Гимназия коллективы яугирҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Белем усағында Руслан Попов исемендәге кабинет асылған, Герой партаһы ҡуйылған.