Өфөлә йәшәүсе дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ярҙам кәрәк


Дүрт йәшлек Давид Ғизәтовҡа ҡурҡыныс диагноз - мускул туҡымалары Дюшенн дистрофияһы ҡуйылған. Сабыйҙың тән күҙәнәктәре үлеүен туҡтатыу өсөн ҡиммәтле укол эшләү талап ителә. Өфөлә йәшәүсе Ғизәтовтар 265 млн һум сумманы йыйыу өсөн битараф булмаған граждандарҙың ярҙамын һорай. Давидтың ғүмерен һаҡлау өсөн ҙур булмаған сумма ла мөһим. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Элина Ғизәтова дүрт йәшлек улының аяҡтары насар хәрәкәт итеүенә күптән иғтибар итеп табиптарға мөрәжәғәт иткән, тик тәү башлап аҡ халатлылар Давидтың сәләмәтлеге өсөн борсолорға кәрәкмәй тип тынысландырған. Әммә күптән түгел нәҫел сирҙәре анализы буйынса малайҙың ҡурҡыныс сире иҫбатланған.


Мускулдарҙың Дюшенн дистрофияһы башлыса малайҙарҙа ғына була торған нәҫел сире. Сирҙе туҡтатмаған осраҡта ун йәшкә тиклем бала хәрәкәт итеүҙән туҡтап , йәшәү ағзаларының эшмәкәрлеген юғалта.

Элина һәм Ринат Ғизәтовтар, Давидтың ата-әсәһе

Хәүефле диагноздың таралыуын туҡтатырға мөмкин, бының өсөн бер тапҡыр ҡиммәтле укол эшләргә кәрәк. Давидҡа Элеведис препаратын ҡаҙау өсөн 265 млн һум аҡса талап ителә. Был сумманы ғаиләгә үҙ аллы йыйыу мөмкин түгел.

Давидтың ғүмерен һаҡлау өсөн сумманы уртаҡ көс менән йыйырға мөмкин. Битараф булмаған кешеләр ҙур булмаған сумманы ебәргән осраҡта ла ғаиләнең дауалау препаратын алыуға өмөтө тыуа. Давидҡа ярҙам итеү өсөн: Сбербанк +7(917)4041266, Тинькофф +7(917)4041266 (Ғизәтова Элина Рәшит ҡыҙы исеменә, йәки куар-код буйынса аҡса күсерергә була. Изге эшкә һәр кем ҡушыла ала.

Флорида Ким