Өфөлә студенттар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса конкурс үтте


Өфөлә урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса конкурс үтте. Ул ғәҙәттәгесә Өфө автотранспорт колледжы нигеҙендә ойошторолдо.

Бәйге Башҡортостандың автомобиль транспорты һәм юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының ойошторолоуына 105 йыл тулыуға арналды. Конкурс өс этаптан тора. Тәү сиратта студенттарҙың теоретик белеме тикшерелә. Ҡатнашыусылар юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күргән кешеләргә тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү ысулдарын практикала күрһәтергә тейеш. Шулай уҡ тиҙлеккә еңел автомобилдең тәгәрмәстәрен алмаштырҙылар. Бишенсе тапҡыр ойошторолған конкурста республиканың урта һөнәри белем биреү ойошмаларынан 25 команда ҡатнашты.