Яңы йылдың төп биҙәге Октябрь районының Спорт һарайы алдында барлыҡҡа килде. Ул өс көндә ҡоролдо. Быйыл тере ҡупшыҡай урынына яһалма шыршы ҡулланыла. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Сағыу уттар менән балҡыған шыршы биҙәлеүен балаларҙан тыш, заказсылар үҙҙәре лә түҙемһеҙләнеп көтә. Быға һис тә ғәжәпләнергә түгел. Урман ҡунағы йәшел шыршы сағыу биҙәктәргә төрөнөү менән һәр кемдә яҡынлашып килгән байрам тойғоһо яңыра. Яңы йылдың төп символы өсөн был юлы тылсымсылар түгел, ә осоусы саналарға оҡшаш ҡорамалдары булған һөнәрмәндәр яуаплы.
Яңы йыл ҡупшыҡайының бейеклеге 20 метр. Ғәҙәттә, уны урынлаштырыуға белгестәргә ике көн самаһы ваҡыт етә. Был осраҡта шыршы ҙур булыу сәбәпле өҫтәмә тәүлек эшләргә тура килгән. Яңы йылдың төп биҙәге ҡала халҡы алдында ҡорола. Улар был һоҡланғыс күренешкә үҙ фекерен белдерҙе лә инде.
Спорт һарайы майҙанында яһалма шыршы тәүге тапҡыр ҡуйыла. Һәм бының үҙ сәбәптәре.
Тиҙҙән боҙ ҡаласыҡтарын әҙерләү башлана. Әммә әлегә һауа торошо арҡаһында һындар яһай башлау мөмкин түгел. Икенсе йыл инде һауа торошо үҙ төҙәтмәләрен индерә. Күлдәрҙә лә боҙ әле ныҡтап туңмаған.
Гүзәл Борханова