Йыл һайын ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Әсә көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Башҡортостан яугирҙары әсәләрҙе байрам менән менән ҡотланы. Сибай концерт-театр берекмәһе артисы Фларид Бирғәлин хеҙмәттәштәре менән бергә гүзәл заттарға башҡорт телендә моңло йыр ҙа бүләк итте.
«Әсәйем доғалары» йырын Фларид Бирғәлин үҙенең хәрби яуҙашы, «Сулпан» балалар театры артисы Илнур Сәфәров менән бергә башҡарған. Уларға гитарасы хеҙмәттәштәре лә ҡушылған. Ватан һаҡсылары ҡотлау һүҙҙәрендә әсәләрҙе яратыуҙарын һәм улар алдында баш эйеүҙәрен белдергән. Сабырлыҡ һәм түҙемлек, илгә тыныслыҡ теләгән.