Ай башынан Ғафури муниципаль район хакимиәтендә яңы етәкселек. Эште ойошҡанлы алып барыу маҡсатында Венер Вахитов төрлө тармаҡ белгестәре менән бергә күсмә осрашыуҙар ойоштора. Ул яңы вазифаға тәғәйенләнгә тиклем Башҡортостандың Урман хужалығы министры урынбаҫары булып эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин Венер Фәнир улы менән осрашып, киләсәккә пландары менән ҡыҙыҡһынды.