Мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы. Учалы районында бер йыл элек арабыҙҙан киткән Абдулла Солтановты иҫкә алдылар. Шәхестең хәтер һәм хөрмәт сараһы уның тыуған алыуында башланып, Учалы филармонияһында тамамланды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Ҡобағош ауылын уратып алған тауҙар, урмандар мәшһүр йырсының хазинаға тиң моңло тауышын әле лә һаҡлай кеүек. Тап ошо тәбиғәт ҡосағында һарыҡ көткән Абдулла Афзал улы Рәсәй, сит илдәр сәхнәһендә сығыш яһап, тамашасының сикһеҙ һөйөүен, ихтирамын яулай. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыу оҫталығының эталонына әйләнә. Абдулла Солтановтың беҙҙең аранан китеүенә бер йыл.
Музыка белгестәре Абдулла Солтановты заманында «феномен» тип баһалай. Бының сере, йырсының халыҡсан булыуында һәм тәбиғи һәләтенә бәйле. Һуңғы көндәренә тиклем ул тыуған яғы Ҡобағошында йәшәй. Ауыл зыяратында ҡатыны Нәдибә Сабит ҡыҙы эргәһендә ерләнә. Улар тураһында иҫтәлек мәрмәр ташта мәңгеләштерелде. Уны урынлаштырыуға ауыл, район халҡы, төрлө ойошмалар ярҙам иткән. Шәхесте иҫкә алыу сараһында Абдулла Афзал улының яҡташтары, сәхнәләш дуҫтары йыйылды.
Урындағы китапханала Башҡортостандың халыҡ артисы Абдулла Солтанов иҫтәлегенә мөйөш булдырылған. Бында йырсының шәхси әйберҙәре, сәхнә костюмы, фотолары урын алған. Ҡабатланмаҫ моң эйәһе күрмәһә лә, уның күңел күҙе асыҡ, киң, һиҙгер ине, тип иҫкә ала уны яҡташтары.
Абдулла Солтановты иҫкә алыу Учалы филармонияһында дауам итте. Легендар яҡташы иҫтәлегенә хәйриә концертын үткәреү тәҡдимен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Мөхәмәтйәров ҡабул иткән. Йырсы ижадташ дуҫары менән сығыш яһаны.
Хәйриә концертынан йыйылған аҡса мәрмәр ташты урылаштырыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплаясаҡ.
Әлфинә Килдейәрова