Өфөлә сквер һәм яңы урамдарға исем бирәләр

Ҡарар проектына ярашлы, Киров районында "Өфөнөң 450 йыллығы скверы" булдырыла. Яңы урамға Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Мәхмүт Гәрәев исемен бирергә тәҡдим ителә. Тағы бер урам ғалим Бәшир Рәмиев исемен алыуы мөмкин. Аныҡ ҡарар 27 ноябрҙә ҡала советы ултырышында ҡаралырға тейеш.